Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2021, 10:06

Межгорьела ике телле төркөм асыла

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль округының башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты.

Осрашыуҙың төп темаһы - туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе. Әле ҡаланың барлыҡ балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү түңәрәктәре ойошторолған. 1 сентябрҙән 2-се балалар баҡсаһында тәүге билингваль төркөм дә эшләй башлай. Хәҙер ата-әсәләр берләшмәһе урта мәктәптәрҙең береһендә билингваль класс асыу өсөн ғаризалар йыя.

2021 йылда 1-се урта мәктәпкә тәүге сығарылыш уҡыусыһы, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Барый Абдрахмановтың исеме бирелде. Урындағы ҡоролтай хәҙер билдәле яҡташтарының музей-кабинетын ойоштороу тураһында хәстәрләй.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк тарихын өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен популярлаштырыу мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Иртәгә Татлыла Ҡатай йәштәренең 10-сы йыйынына арналған байрам ойошторола. Унынсы йыйын иһә 21 август Сермәндә үтәсәк. Межгорье ҡалаһының ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре әлеге ваҡытта республика ата-әсәләренең форумына әҙерләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, форум бөгөн баш ҡалала уҙа. Унда Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: