Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 17:26

Гран при Илвир ҡулында!

Бындай ҙур еңеүгә уларҙың ирешкәне юҡ ине әле! Инйәр бейеү ансамбленең беренсе һәм юғары наградаһы. Гран при улар ҡулында!

"Байыҡ"  башҡорт бейеүҙәре республика телевизион конкурсы  2008 йылдан алып үткәрелә. Унда Башҡортостандан йылына 500-ән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Сит илдәрҙән, күрше ѳлкәләрҙән дә бейеүселәр килә. Башҡортостан халҡы тѳрлѳ йылдарҙа Ирландия, Тѳркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Чечня, Греция, Татарстан, Хакасия һәм башҡа бик күп илдәрҙән килгән һәм конкурста ҡатнашҡан бейеүселәрҙе ҡарап һоҡланды. "Байыҡ"  башҡорт бейеүҙәре конкурсы ололар ѳсѳн дә, балалар ѳсѳн дә ойошторола.  Быйыл пандемияға бәйле "Байыҡ-2021" башҡорт бейеүҙәре республика телевизион конкурсы онлайн форматта үтте. Унда 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге 1500 бала ҡатнашты.

Һүҙебеҙ, Инйәрҙә йәшәгән Илвир Мырҙағәлин тураһында. Илвирға 12 йәш, ул Хәбир Мортазин етәкселегендәге "Хазина" бейеү ансамблендә биш йыл шѳғѳлләнә.

Хәбир Мортазин әйтеүенсә, конкурс һоҡланғыс коллективтар сығышын ҡарарға, үҙебеҙҙе күрһәтергә, аралашырға мѳмкинлек бирә. Йәш бейеүселәр ѳсѳн был конкурс үҫеш нѳктәһе лә. Халыҡ ижады беҙҙең тамырҙан килә, изгелеккә, матурлыҡҡа ѳйрәтә. "Байыҡ" Башҡортостанда иң популяр конкурс. "Инйәр" һәм "Хазина" хореографик ансамблдәре бейеүселәре был конкурста 2009 йылдан бирле ҡатнаша. Инйәрҙәр бер нисә тапҡыр лауреат булыу бәхетенә лә ирештеләр. Был юлы Илвирҙың яңғыҙ бейегән бейеүен видеоға тѳшѳрѳп һайлау турына  ебәрҙек. Видеоматериалды ебәргәс, Ѳфѳгә "Башҡортостан" концерт залында үтәсәк концертҡа саҡырыу алдыҡ. Унда республиканың телевизион каналдары сығыштарҙы тѳшѳрѳп алды.

Концертта Илвир Мырҙағәлин башҡорт хәрбиҙәренең һуғышҡа керер алдынан  бейей торған бейеүен башҡарҙы. Яңғыҙ бейеү бик матур, хисле, тулҡынландырғыс килеп сыҡты. Илвир бейеүгә бар кѳсѳн, дәртен һалды.

Концерт аҙағынаса Илвир ҙа, Хәбир Мортазин да үҙҙәренең бейеүенә шулай юғары баһа бирерҙәрен белмәне.

Бына сәхнәгә гран при яулаусыны саҡырҙылар. Был улар ѳсѳн  кѳтѳлмәгән һәм  бик тулҡынландырғыс мәл булды. Бындай ҙур еңеүгә уларҙың ирешкәне юҡ ине әле! Инйәр бейеү ансамбленең беренсе һәм юғары наградаһы. Гран при улар ҡулында!

Концертта Диплом, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Илвирға иң оҡшағаны ҡыйбатлы приз - планшет. Йәш бейеүсегә бындай мәртәбәле  тамашала ҡатнашыу дәрт ѳҫтәне. Ул артабан да бейеү менән шѳғѳлләнеүен дауам итергә уйлай.

Шатлыҡлы ваҡиғалар Инйәргә ҡайтҡас та дауам итте. Бындай ҡотлауҙарҙан Илвир бер башҡа үҫеп китте. Илвирҙы һәм уның етәксеһе Хәбир Мортазинды лайыҡлы  еңеүҙәре, шатлыҡлы мәлдәре менән ҡотлайбыҙ.

Сатура Минһажитдинова.  

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: