Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2021, 10:00

Беҙҙең байлыҡ - кешеләр!

Күренекле яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта еңеүҙәре менән ҡотлап: - Һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн был лайыҡлы награда. Һеҙ тыуған ерегеҙҙе матур эштәрегеҙ менән данлайһығыҙ. Һоҡланырлыҡ эштәрегеҙ алда ла булһын. Һеҙҙең үрнәгегеҙ йәштәргә, белореттарға өлгө булып торһон! - тине.

Башҡортостанда лайыҡлы һәм абруйлы замандаштарҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Яҡташтар-2021” проекты тамамланды. Был проект эргәбеҙҙә йәшәгән, республикабыҙ һәм халыҡ өсөн яҡшы эштәр башҡарған кешеләр тураһында. Һәр район-ҡаланың иң яҡшы кешеләре билдәләнде. Был проектта Иҙел башы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. “Мәғариф” номинацияһында ҡаланың 21-се мәктәбе директоры Владимир Кривоус, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт” номинацияһында ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры етәксеһе Гөлнара Ғилманова, “Йәмәғәт эштәре” номинацияһында Белорет районының Почетлы гражданины Евгений Карепанов, “Дәүләт эшмәкәрлеге” номинацияһында Рәсәй сәйәсмәне Рафаэль Байдәүләтов еңеп сыҡты. Күренекле яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта еңеүҙәре менән ҡотлап:

- Һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн был лайыҡлы награда. Һеҙ тыуған ерегеҙҙе матур эштәрегеҙ менән данлайһығыҙ. Һоҡланырлыҡ эштәрегеҙ алда ла булһын. Һеҙҙең үрнәгегеҙ йәштәргә, белореттарға өлгө булып торһон!
тине.

Андрей Иванович еңеүселәрҙе “Республика намыҫы өсөн” миҙалы менән наградланы һәм “Яҡташтар” проектының Дипломын тапшырҙы. “Эшҡыуарлыҡ” номинацияһында Данис Йыһаншинға, “Атайсал” номинацияһында Альберт Лоҡмановҡа ла бындай миҙалдар һәм Дипломдар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ “Мобилизация” программаһында спорт һәм ижади проекттар конкурсында ҡатнашҡан Туҡан (Әлфиә Сәмиғуллина), Инйәр (Ләйсән Юлдашева), Үҙәк - 15 (Юлиә Нурисламова) сертификаттар менән бүләкләнде. Владимир Лукич, награда алған саҡта, әлеге ваҡытта бар ихтирам табиптарға булырға тейешлеген билдәләп:

- Белореттарға хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен. Әммә бөгөн кешеләр һаулығы өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен айырыуса билдәләп үткем килә. Батырҙар беҙҙең эргәлә йәшәй. Медицина колледжы директоры Азат Хамматов, хирург Тимур Юнысов, улар ҡыҙыл зонала икешәр тәүлек сыҡмай эшләй. Уларҙың еңел булмаған хеҙмәте беҙҙең рәхмәтебеҙгә лайыҡ,
тине.

Гөлнара Ғилманова ла үҙенең кандидатураһын “Яҡташтар” проектына сығарған белореттарға рәхмәтен белдерҙе.

- “Мәҙәниәт” номинацияһында исемемде атаған, минең өсөн тауыш биргән яҡташтарыма бик рәхмәтлемен. Был минең өсөн ҙур асыш, көтөлмәгән ҡыуаныс булды. Хәҙер үҙемдә дәрт, илһам тойоп, башҡорт халыҡ театры үҫешенә тағы ла нығыраҡ тырышлыҡ һәм ҙур көс һаласаҡмын,
тине Гөлнара Насретдин ҡыҙы.

“Яҡташтар” проектында еңеп сыҡҡан шәхестәрҙең исем-шәрифе проект альбомында лайыҡлы урын аласаҡ.

Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: