Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 17:20

11 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булған

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу буйынса мәғлүмәттәр яңыртылды.

11 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булған
11 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булған

Һуңғы тәүлектә республикала йәнә 11 кеше сир эҙемтәләренән донъя ҡуйған. COVID-19 ҡорбандарының дөйөм һаны 917-гә еткән, шул иҫәптән 735-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Әлеге ваҡытта 58 кеше ковид-госпиталдәрҙең интенсив терапия бүлексәләрендә ята, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.

Хәҙер 3 675 пациент инфекцияны әүҙем йөрөтөүсе тип иҫәпләнә, уларҙың  697-һе стационарҙа дауалана.

Һуңғы тәүлектә 131 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған.

Башҡортостанда коронавирустан прививка яһатыу дауам итә. 1 миллион 58 мең 546 кеше — вакцинаның беренсе, 849 849 кеше икенсе компонентын эшләткән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в