Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 11:21

Өфө донъяның иң көслө кѳрәшселәрен йыйҙы

Бөгөн “Өфө-Арена”ла юниорҙар араһында көрәштең Олимпия төрҙәре буйынса донъя чемпионаты башлана

UWW (Көрәштең берләштерелгән донъяһы) президенты Ненад Лалович һәм Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөгә килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара.  16 августан 20 авгусҡа тиклем - ирекле көрәш, 20 - 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар була. Шулай итеп, ун көн буйы (13 - 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1000-дән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.

Өфө донъяның иң көслө спортсыларын йыйҙы һәм беҙ был чемпионатта бер нисә йылдан һуң Париждағы Олимпия уйындарында “йондоҙ” булып балҡыясаҡ спортсыларҙы күрәсәкбеҙ.

 Фото: Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: