Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 17:48

Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы була

Бѳгѳн, 17 август, БСТ телеканалында, 20:15 сәғәттә тура эфирҙы күрмәй ҡалмағыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашты.

"Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең бѳгѳнгѳ ҡарары Башҡортостан Республикаһы юғары мәктәбенең һәм фәненең һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе булып тора. Юғары уҡыу йорттары ректорҙары, төбәк Хөкүмәте оҙаҡ йылдар дауамында эшләгән нәмәләр ысынбарлыҡҡа әүерелә. Башҡортостандың донъя дәрәжәһендәге студенттар кампусы буласаҡ. Был тиҫтәләрсә миллиард һум, аҡса студенттар тулай тораҡтарына ғына түгел, ә фәнни лабораториялар ҙа, шулай уҡ студенттар һәм уҡытыусылар өсѳн спорт, мәҙәни учреждениелар ҙа тѳҙѳләсәк. Былар барыһы ла ҡала үҙәгендә тип әйтерлек. Илебеҙ Президентына ярҙамдары ѳсѳн айырым рәхмәт белдерәм. Фәнни-мәғариф үҙәге идараһы компанияһына - Александр Сидякинға һәм юғары уҡыу йорттары ректорҙары етәкселегендәге проект офисына айырым рәхмәт, улар беҙгә ышанды һәм хәҙер беҙ алға табан бергә барасаҡбыҙ. Был Башҡортостан мәғарифын һәм фәнен үҫтереүҙәге һуңғы уңыштарыбыҙ түгел, тип ышанам",
тип яҙҙы Радий Хәбиров "Бәйләнештә".

Студенттар кампусы нимә бирә? Республикала кампус нимәгә? Ни өсѳн Дим биҫтәһе урынына уны Ѳфѳ үҙәгендә төҙѳйҙәр? Студенттар ҡаласығынан башҡа тағы нимәләр тѳҙѳйәсәктәр? Студенттарҙа һәм уҡытыусыларҙа был  нисек сағылыш табасаҡ? 

БСТ телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға  яуап бирәләр. Студиялағы эксперттар: республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса киңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов һәм республиканың әйҙәүсе юғары уҡыу йорттары ректорҙары.

БСТ телеканалында бѳгѳн, 17 август, 20:15 сәғәттә тура эфирҙы күрмәй ҡалмағыҙ. БСТ төркѳмѳндә https://vk.com/wall-27097047_263879 трансляцияһын ҡарарға мөмкин.

Һорауҙарҙы Башҡортостандың ЦУР биттәрендә бирергә мөмкин: ВК https://vk.com/tsur_bashkortostan

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: