-8 °С
Болотло
Ғаилә ипотекаһы 2023 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла
Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин хәбәр итте. Хөкүмәт льготалы ғаилә ипотекаһын оҙайтырға булды. Программа йыл ярымдан тамамланырға тейеш ине, хәҙер ул 2023 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла. Ике һәм унан күберәк балалары булған ғаиләнән тыш, беренсе сабый тыуғас та уның менән файҙаланырға мөмкин икән. Кредитты фатир һатып алыу, шәхси йорт һалыу өсөн тотонорға була.
Фото: в Белорецке новый дом.