Яңылыҡтар
19 Августа 2021, 04:42

Вакцина эшләт тә, 100 мең аҡса от!

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин прививка яһатҡан рәсәйҙәр араһында аҡса уйнатыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, бүләк — 100 мең һум. Бер мең еңеүсе билдәләнә.

Вакцина эшләт тә, 100 мең аҡса от!Вакцина эшләт тә, 100 мең аҡса от!
Вакцина эшләт тә, 100 мең аҡса от!

«Был сара Вакцина яһатҡандарҙың берҙәм реестры нигеҙендә 2021 йылдың 1 сентябренән 1 декабренә тиклем уҙғарыла», — тиелә хөкүмәт белдереүендә.

Бынан алда «Башинформ» Өфөлә коронавирустан вакцина эшләткәндәр араһында конкурс уҙғарылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Июндә баш ҡалала бер бүлмәле фатир һәм 10 заманса смартфон уйнатылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас