Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 17:36

Махсус хәрби техника ебәрелде

Белорет районында урман янғынын һүндереү өсөн махсус хәрби техника ебәрелде.

Махсус хәрби техника ебәрелде
Махсус хәрби техника ебәрелде

Һуңғы тәүлектә республикала 11 урман янғыны теркәлде, ти Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов.

1473 гектар майҙанда 16 урында урман яныуын дауам итә. Иң ҡатмарлы урындар – Межгорье һәм Мулдаҡай биләмәләрендә.

Мулдаҡай ауылы эргәһендәге янғын 700 гектар урманды биләй.

- Урман янғынын һүндереүе ҡыйынға төшә. Барып етеүе ауыр булыу сәбәпле, ирекмәндәрҙе йәлеп итеп булмай. Янҡын менән көрәшкә бульдозер ебәрелде. Межгорье ҡалаһы янында 30 гектарҙа урман яна. Урын ҡаялы булғанлыҡтан, һыуҙы мендерергә тура килә. Бөгөн янғынға ҡаршы көрәшкә Әлкәнән инженер-хәрби техника ебәрелде, - тине рәйес урынбаҫары Александр Лопухов.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: