«Урман янғындарына бәйле хәл ауыр. Район биләмәһендә дүрт янғын ҡотора: икәүһе — Инйәр зонаһында, тағы икәүһе Ҡағы һәм Тирлән урмансылыҡтарында. Бөгөн тау саңғыһы трассаһынан алыҫ булмаған урында йәнә бер янғын сыҡты. Уның майҙаны — 1,9 гектарға яҡын. Үҙем барҙым. Урмансылар, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ менән утты һүндерҙек, төнгөлөккә дежур итергә ҡалдыҡ», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Район башлығы Мулдаҡай урмансылығындағы хәлде бик көсөргәнешле тип атаны.
Бөгөн иртән Андрей Иванович яңы яҙмаһында ярҙам һорап мөрәжәғәт итте:
«Белоретҡа, тау саңғыһы базаһы эргәһендәге янғын урынына килдем. Янғын көсәйә, беҙгә уттың таралыуын туҡтатыу өсөн физик әҙерлекле ир-егеттәрҙең ярҙамы кәрәк. Эш ауыр, ут ҡабынған урынды уратып ҡаҙып сығабыҙ. Йыйылыу урыны: элекке «Парус» лагеры яғына юл. Унда янғын машинаһы тора. Үҙегеҙ менән көрәк, 3 литр эсәр һыу, таулы урындарҙа эшләү өсөн аяҡ кейеме алығыҙ», — тип хәбәр итте муниципалитет етәксеһе.