Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 14:00

Кәрәҙ ише белем донъяһы

20-27 августа Башҡортостанда “Brain-puzzle “КӘРӘҘ” Беренсе республика педагогия марафоны үтте.

Кәрәҙ ише белем донъяһы
Кәрәҙ ише белем донъяһы

Тѳрлѳ ҡала һәм район үҙәктәрендә ойошторолған 5 майҙансыҡтың береһе Сибай ҡалаһында ине. Белорет районы педагогтарының йыйылма командаһы 23 августа тап шунда юлланды. Марафонда Иҙел башы намыҫын 17-се гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Аверьянова, 18-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Айгѳл Еремеева, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзимә Мостафина, 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова, 16-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы Людмила Сухова яҡланы. Ғѳмүмән, был кѳндә Сибай ҡалаһы гимназияһында республиканың 11 муниципалитетынан - 70-тән ашыу кеше йыйылған.

Мәртәбәле сараның фестиваль ѳлѳшѳндә республиканың иң яҡшы уҡытыусылары, тѳрлѳ йылдарҙа “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған педагогтар коллегаларына оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеп, педагогик тәжрибәһе һәм оҫталығы менән уртаҡлашҡан.

Марафондың конкурс ѳлѳшѳндә иһә муниципаль командалар сығыштарын Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәренән, алдынғы мәғариф проекттарына булышлыҡ итеүсе һѳнәри йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан торған жюри хѳкѳмѳнә сығарған. Конкурс йомғаҡтары буйынса, Сибай ҡалаһы командаһы I урынды яулаһа, Межгорье ҡалаһы командаһы - II, учалылар III дәрәжә дипломанттары тип табылған.

- “Кәрәҙ” марафоны педагогтарҙың байрамына әйләнде, ҡуйылған маҡсаттарына иреште. Беҙҙең команда сәхнәлә үҙен ышаныслы тотто, муниципалитетыбыҙҙың мәғариф системаһын, педагогик идеяларын һәм ҡаҙаныштарын лайыҡлы күрһәтте. Фекерҙәштәребеҙ менән аралашып, яңы уҡыу йылы алдынан яңы идеялар менән янып ҡайттыҡ, - тине Белорет командаһының кураторы Ксения Петрова.

Ирина АВЕРЬЯНОВА, 17-се гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы:

- Беҙҙең тѳбәктә старт алған был яңы сара республикабыҙҙың тѳрлѳ райондары уҡыусыларын берләштерҙе. Педагогтарҙы үҙ һѳнәренә һѳйѳү, үҙ-үҙеңде үҫтереүгә, яңы идеяларҙы эҙләүгә ынтылыш ҡына түгел, иң мѳһиме, уҡыусыларыңды яратыу һәм һәр яҡлап үҫешкән шәхесте үҫтереү теләге берләштереүенә тағы бер инандыҡ. Шундай кимәлдәге сарала ҡатнашыу миңә яңы мәғлүмәт алыу тәжрибәһе, үҙем тураһында белгертеү һәм Белорет районындағы барлыҡ коллегаларымдың тәжрибәһен лайыҡлы күрһәтеү мѳмкинлеге бирҙе. Сағыу, хәтерҙә ҡалырлыҡ, илһамландырғыс сара! Коллегаларымдың тѳрлѳ педагогик конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнашыуҙарын теләр инем. Был бит беҙҙе байыта, йәш быуынды хәрәкәткә кѳйләргә ярҙам итә. Тырышырға, ижад итергә, үҫешергә кәрәк!

Резида ҒӘҘЕЛШИНА.

Һүрәттә: Белорет командаһы “Йыл уҡытыусыһы - 2016” конкурсының абсолют еңеүсеһе, проект авторы Сергей Переверзев (Ѳфѳ ҡалаһы) менән

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: