-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 19:05

Министр журналистар менән әңгәмәләште

Өфөлә барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты уңайынан Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервью бирҙе, чемпионаттың файҙаһы тураһында һөйләне.

Министр журналистар менән әңгәмәләште

– Иң ҙур файҙа беҙҙең өсөн, әлбиттә, йәш һөнәрмәндәр чемпионаты финалының Өфөлә ойошторолоуы, – тине Айбулат Хажин. – 170 мең квадрат метр майҙанды әҙерләү, 105 компетенцияны хәстәрләү, 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыу... Әйтеүе генә анһат. Милли беренселек уҙғандан һуң ошо ҡорамалдарҙың бөтәһе лә республикабыҙҙың колледждарына таратылып биреләсәк. Тимәк, белем усаҡтарында бынамын тигән оҫтаханалар буласаҡ.

Айбулат Вәкил улының билдәләүенсә, төрлө компетенциялар буйынса үҫешергә теләгән белем биреү учреждениеларына ярҙам итергә кәрәк. Быға хәтлем ҡайһы бер белем усаҡтары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үҙгәртелгән дә инде.

 Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

 

Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы.

#WorldSkillsRussia #НацфиналУфа #Нацфинал2021 

Автор:Эльвира Хамзина