0 °С
Болотло
Рәлиф Сидиҡовтың ғаилә оҫтаханаһы бар. Улар башҡорт түшелдеректәре, бүректәр, кейеҙҙән таҡыялар тегә. Шул уҡ ваҡытта тиренән браслеттар һәм төрлө биҙәүестәр етештерәләр.
– Башлыса беҙ этник йүнәлеште һайланыҡ, – ти Рәлиф Ситдиҡов. – Маҡсатыбыҙ – милли беренселектә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу. Иң мөһиме, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты еткереү. Ҡамсы – беҙҙең милли ҡоралыбыҙ. Әйткәндәй, ул Салауат Юлаевтың һәйкәлендә лә асыҡ күренә.
Шул иғтибарға лайыҡ, Өфө ҡалаһында “Орел и решка” телетапшырыуы төшөрөлгәндә Рәлиф Ситдиҡов алып барыусы Тимур Родригезға ҡамсы үреү йәһәтенән оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
#WorldSkillsRussia #НацфиналУфа #Нацфинал2021