Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 01:03

Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!

Белорет ҡыҙҙары - Йәсминә Садыхова һәм Ева Евтеева Сочила үткән “Бәләкәй мисс Рәсәй-2021”  конкурсында Белорет намыҫын яҡлай.

Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!
Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!

10 йәшлек Йәсминә Белорет компьютер мәктәбендә уҡый. Яратҡан шөғөлдәре – атта һыбай йөрөү, бейеүһәм инглиз телен өйрәнеү. Ҡыҙ күп тапҡыр Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларының билдәле брендтарыныңкейем күргәҙмәләрендә ҡатнаша.  Модель тәжрибәһе лә бар. Күп яҡлы таланты һайлап алыу турын үтеүҙә ярҙам иткән дә инде.

Конкурстың беренсе көнөндә Йәсминә район символы – ҡаяла ултырған бөркөттө һынландырһа, таланттар конкурсында башҡорт бейеүен башҡарасаҡ.

Ломовка мәктәбе уҡыусыһы Ева Евтеева 54 ҡатнашыусының береһе. Конкурста ҡатнашыу өсөн ҡыҙға ҡатмарлы һайлап алыу турын үтергә тура килә. Ева урындағы олимпиадалар еңеүсеһе. Гимнастика менән даими шөғөлләнә, Рәсәй һәм республика ярыштары призеры. Конкурста һыу башняһын тәҡдим итте.

Яҡташтарыбыҙға  (28 авгусҡа тиклем) http://fdligatalantov.ru/sms-voting/голосование/ һылтанмаһы буйынса тауыш бирә алабыҙ.

“Бәләкәй мисс Рәсәй” конкурсы – ҡыҙҙарҙың ижади потенциалын асҡан заман проект-шоуы. Еңеүселәр Little miss and mister World 2022 халыҡ-ара кнкурсында Рәсәй намыҫын яҡлаясаҡ.

Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: