Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 00:11

Ысын балды айыра беләһеңме?

"Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) чемпионатында өфө үҫмерҙәрен ысын балдан яһалмаһын айырырға өйрәттеләр. 

Ысын балды айыра беләһеңме?
Ысын балды айыра беләһеңме?

Күптәр ысын балды яһалмаһынан айыра белмәй. Шул уҡ ваҡытта, "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионаты финалының һөнәри йүнәлеш майҙансығында уҡыусылар ошо файҙалы оҫталыҡҡа өйрәнде.

- Минең алдымдағы өс баллы һауыт ултыра. Уларҙың икәүһендә - тәбиғи, өсөнсөһөндә яһалма бал. Бер аҙ бал алабыҙ ҙа, пробиркалағы һыу менән иҙәбеҙ. Һуңынан бер тамсы йод тамыҙабыҙ. Болғатҡандан һуң бер минут тирәһе көтәбеҙ. Әгәр ул төҫөн үҙгәртмәһә, тимәк ул ысын бал. әгәр инде иретмә шәмәхә (фиолетовый) төҫкә инһә - һеҙҙең алда фальсификат, - тине VIIIX класс уҡыусыһы Ғәлиә Ширгазина. 

Тәжрибә эшләгәндән һуң Ғәлиә яһалма балдың 2-се һанлы банкала булыуын асыҡланы. 

Әйткәндәй, был аҡыллы ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, тәржемәсе булырға уйлай. Әммә, шул уҡ ваҡытта, пландарҙың үҙгәреп китеүе лә бар, ти. 

- Бында ҡыҙыҡлы нәмәләр күп, - ти Ғәлиә. - Төрлө һөнәр, кәсептәрҙе үҙеңдә һынап ҡарарға мөмкин. Балды ла ошолай тикшереп ҡарау - ул был сараның тормошта ла файҙалы булыуын аңлата түгелме? Ата-әсәйемә лә мотлаҡ өйрәтермен. Шулай уҡ бынгда мин "Янғын хәүефһеҙлеге" компетенцияһын да ҡарарға теләйем. Кем белә, бәлки, бында мин буласаҡ һөнәремде лә һайлармын.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: