Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 00:40

Чемпионат Башҡортостанда даими үтәсәкме?

WorldSkills милли чемпионатын йыл һайын Башҡортостанда үткәреү тәҡдиме менән бәйгенең эшлекле программаһында республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны.

Чемпионат Башҡортостанда даими үтәсәкме?
Чемпионат Башҡортостанда даими үтәсәкме?

«WorldSkills финалын уҙғарыу майҙансығын ҡайҙалыр нығытырға кәрәк, — тине республика етәксеһе. — Мин шулай тип уйлайым. Мәскәүҙең, аңлашыла, үҙенеке бар. Питер – Санкт-Петербург иҡтисади форумы. Екатеринбургта иһә «Иннопром». Ут күршеләребеҙ — туғандаш Татарстан Республикаһында – KazanSummit һәм башҡалар. Башҡортостанда ғына бер нәмә лә юҡ. Әгәр һеҙ ошондай ҡарар ҡабул итһәгеҙ, беҙ, әлбиттә, «ҡаршы торорға тырышырбыҙ», ләкин ризалашырбыҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтә ресурстар һәм ҡеүәт бар», – тигәйне республика етәксеһе.

«Еңел булмаған мәсьәлә, әммә хәл итергә мөмкин», — тип яуапланы журналистарҙың ошо хаҡтағы һорауына Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов.

«WorldSkills етәкселеге менән бергәләп был мәсьәләне хәл итә алырбыҙ, тип ышанам. Бөгөн ысынлап та чемпионатты үткәреүгә федераль үҙәк кәрәк. «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проекты ярҙамында илдең һәр төбәгендә йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итерлек WorldSkills майҙансыҡтары булдырылған. Улар ҙур һорау менән файҙалана, беҙҙә туғыҙынсы класс уҡыусыларының 60 проценты колледжға уҡырға инә», — тип яуапланы Сергей Кравцов.

 

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: