Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 00:19

"Чемпионат белем усаҡтарының үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе"

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

"Чемпионат белем усаҡтарының үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе"
"Чемпионат белем усаҡтарының үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе"

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡалаһында хеҙмәт байрамы, улай ғына ла түгел, эшсе һөнәрҙәр байрамы ойошторолдо.

– Мин бер нисә тапҡыр “Йәш һөнәрмәндәр” паркына барҙым, – тине Радий Хәбиров. – Сәмле бәйгелә ҡыҙ һәм егеттәрҙең нисек итеп хеҙмәт күрһәткәндренә һәм ярышҡандарына шаһит булдым. Милли чемпионат республикабыҙҙың урта һөнәри белем усаҡтарының үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе. Цивилизация эре аҙымдар менән алға табан бара, үҙ сиратында, өр-яңы һөнәрҙәр һәм компетенциялар барлыҡҡа килә. Беҙҙең республикабыҙҙа эшсе һөнәрҙәрҙе әүҙем рәүештә үҫтерәсәкбеҙ һәм һөнәрселек белем усаҡтарына ярҙам итәсәкбеҙ.

Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы 25 – 29 август көндәре барҙы.

Фото: Башинформ.

#WorldSkillsRussia#НацфиналУфа #Нацфинал2021 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: