«Балалар — мәктәпкә, студенттар — юғары уҡыу йорттарына уҡырға бара, хеҙмәткәрҙәр офисҡа эшкә сыға. Көндәрҙең һалҡынайтыуына һәм ямғырҙар башланыуға бәйле кешеләр күп ваҡытын бина эсендә үткәрә. Быларҙың барыһы ла баҫыла башларға тейешле өсөнсө тулҡындың көсәйеүенә килтереүе мөмкин. Шуға күрә минең фаразым ҡыуандырмай: сентябрҙә Башҡортостанда ауырыуҙың бер аҙ сигенеүе, ләкин октябргә яңынан көсәйеүе көтөлә. Өсөнсө тулҡын тамамланып та өлгөрмәйенсә дүртенсегә күсә», — тине Драган.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып республикала 58 562 кеше яңы коронавирус инфекцияһына ыңғай тест алған. Һуңғы тәүлектә 13 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.