Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2021, 15:11

Иғтибар артһын өсөн

10 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Уны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора .   

Иғтибар артһын өсөн
Иғтибар артһын өсөн

Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, ҡатнашҡан эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре тикшереләсәк. Сара ҡунаҡтарын  сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар ҙа  көтә. Инвестһабантуй "Роспотребнадзор"ҙың барлыҡ талаптарын теүәл үтәп ойоштороласаҡ.

Программаны ике аҙыҡ-түлек фестивале – Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” тулыландырасаҡ. Милли кейем парады үтәсәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: