Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 22:34

"Алға" халыҡ өсөн уңайлы

Мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө транспорт мәсьәләһенә, айырыуса Өфөләге йәмәғәт транспортына ҡағылды. Кемдер ташыуҙы ойоштороуға зарлана, икенселәр маршруттар етмәй ти, ҡайһы берәүҙәр шәхси ташыусылар “Алға” картаһын алмай тип дәғүә белдерә.

"Алға" халыҡ өсөн уңайлы
"Алға" халыҡ өсөн уңайлы

Радий Хәбиров әйтеүенсә, тәртип булдырыу дауам итә, шул уҡ ваҡытта уңыштар ҙа бар.

– Мин инде өсөнсө йыл был мәсьәлә менән шөғөлләнәм. Барыһы ла еңел генә бармай. Тәүҙә “Башавтотранс” менән проблеманы хәл итергә кәрәк ине. Беҙ уларҙың эшен көйләнек, яңы автобустар алдыҡ, штатты киңәйттек. Предприятие эшләһен өсөн шарттар булдырабыҙ. Тик бер ташыусы менән генә бар республиканы тәьмин итеү мөмкин түгел. Шуға күрә шәхси ташыусылар араһында партнерҙар эҙләнек, тик диалог килеп сыҡманы. Был тәңгәлдә әле башҡараһы бурыстар күп, – тине Радий Хәбиров.

“Алға” картаһына килгәндә, уны камиллаштырыу буйынса ла эштәр дауам итә.

– Беҙ хәлде яйлап үҙгәртәбеҙ, ҡулаҡсаны "һоро зона"нан сығарабыҙ. Шуның өсөн “Алға” картаһы индерелде лә. Ул халыҡ өсөн ысынлап уңайлы, йөрөү хаҡы ла арзаныраҡ. “Бәхетле сәғәт” өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре ишетәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе киләһе этаптар тураһында ла әйтте. Беренсенән, йыл аҙағына тиклем Өфө урамдарында “ПАЗик”тарға юл ябыласаҡ. Улар ҡала һәм райондарҙа ҡаласаҡ.  

– Ысынлап та, был тармаҡта башҡараһы эштәр күп. Тик беҙ барыбер тәртип булдырасаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең транспортҡа ҡарата ялыуҙары кәмер тип ышанам, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: transportnaya-karta-alga.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: