Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:20

Китапханала заманса үҙгәреш

Быйыл яҙ көнө ҡаланың “Күк ҡош” балаларҙың китап уҡыу үҙәге “Минең донъям - беҙҙең донъя”  проекты менән республика етәксеһенең грантына иреште.

Китапханала заманса үҙгәреш
Китапханала заманса үҙгәреш

Проекттың маҡсаты - китапхана хеҙмәтендә яңы форма булараҡ анимацион ижадты үҫтереп, балалар араһында китап уҡыуҙы көсәйтеү. Китапханасылар балалар менән китаптарҙан алынған төрлө сюжеттар булдырасаҡ.

Грант ярҙамында мультстудияға ремонт эшләгән, төшөрөү процесы өсөн ҡорамал, мультимедия станогы, мебель һатып алынған. Студияны ошо көндәрҙә эш башларға йыйына.

Бөгөнгө көндә балаларҙың китап уҡыу үҙәге бында  шөғөлләнеү өсөн өлкән һәм кесе йәштәге мәктәп балаларын йыя. Студияға яҙылыу өсөн 4-59-49 телефоны, йәки балалар китапханаһының социаль селтәрҙәге махсус битенә яҙырға була.

“Күк ҡош” балаларҙың китап уҡыу үҙәге ихлас ярҙамдары һәм хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн Ирек Иҫәнғужинға, Рашит Мөхәмәҙиевкә, Салауат Вәхитовҡа, Евгений Калугинға, Константин Климовҡа, Александр Серегинға, Игорь Яковенкоға һәм Валерий Богдановҡа рәхмәт белдерә.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: