-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 10:00

Колледж уҡытыусыларына грант булдырыла

Башҡортостанда колледж уҡытыусылары өсөн йыл һайын 600 мең һум грант булдырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Колледж уҡытыусыларына грант булдырыла

Бөгөн урта һөнәри белем биреү системаһы заманса компетенцияға эйә булған квалификациялы уҡытыусыларға мохтаж, тип билдәләне ул. Әлбиттә, колледж уҡытыусыларына, тәү сиратта, йәштәргә ярҙам саралары кәрәк, тине республика етәксеһе.

Колледж директорҙары менән осрашыуҙа Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға колледж уҡытыусыларына һәм мастерҙарына грант ярҙамы буйынса программа әҙерләргә ҡушты. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, уның йәш остаздарға ғына ҡағылмауы мөмкин, ул профилле министрлыҡтан тәҡдимдәр көтә.

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина