Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:20

Ойошмала алға китеш һиҙелә

 “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәте, етәкселеге алышынғандан һуң, ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.

Ойошмала алға китеш һиҙелә
Ойошмала алға китеш һиҙелә

Предприятие кредит буйынса бурысын байтаҡ ҡына кәметеүгә иреште. Төп энергия ресурстары менән тьәмин итеүселәр алдындағы бурыс 2021 йылдың 1 мартына ҡарата  272,2 миллион һум тәшкил итһә, бөгөнгө көндә шуның 60 миллионы ҡапланған. Бурысты 2023 йылдың 31 декабренә тулыһынса ҡаплап бөтөү планлаштырылған.

Алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек апрель айында башланған һәм дүрт ай эсендә ҡаты арматура, насос, йыйылыҡ алмаштырыу һәм һыу әҙерләү ҡорамалдарына ревизия үткәрелгән, насос һәм котельный ҡорамалдарына ремонт эшләнгән, контроль-һанау приборҙары тикшерелгән.

Быйыл йәй белореттарға эҫе һыуҙың ярайһы ғына оҙаҡ һүндерелеүенә түҙергә тура килде. Был бөтә етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында магистралде экстремаль шарттарҙа һынау менән бәйле булды. Һөҙөмтәлә 142 метр магистраль торбаһы һәм 882 метр квартал эсе селтәрҙәре алмаштырылды.

Предприятие йыйылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәреүгә 2021 йылда 10 181 351 һум аҡса сарыф иткән.

Ҡалала торбалар ун йыллап элек һалынған, уларҙың яртыһынан ашыуы иҫкергән. Магистраль селтәрен модернизациялауға хәтһеҙ сығымдар талап ителә. Белорет йылылыҡ селтәрҙәре инвестиция программаһында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Тариф комитетына заявка ебәргән.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: