Яңылыҡтар
8 Сентября 2021, 10:47

Республикала 17 градусҡа тиклем йылыта

Алдағы ике көндә Башҡортостанда 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала  17 градусҡа тиклем йылытаРеспубликала  17 градусҡа тиклем йылыта
Республикала 17 градусҡа тиклем йылыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 9 сентябрҙә республикала көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә 4- 9 градус йылы, көндөҙ иһә һауа 12-17 градусҡаса йылына.

10 сентябрҙә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ 12-17 градус йылы, тип йомғаҡ яһаны синоптиктар.

 

Автор:Эльвира Хамзина