Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:25

Ҙур еңеүҙәр көтһөн

Ҡаланың 21-се мәктәбе уҡыусыһы Богдан Симонов Бөтә Рәсәй “Агронти 2021” конкурсында еңеү яуланы.

Ҙур еңеүҙәр көтһөн
Ҙур еңеүҙәр көтһөн

Ҡаланың 21-се мәктәбе уҡыусыһы Богдан Симонов 3-5 сентябрҙә Татарстандың Әлмәт ҡалаһында бәләкәй ҡалалар һәм ауыл мәктәптәре уҡыусылары өсөн уҙғарылған “Агронти 2021”  Бөтә Рәсәй конкурсының финалында, Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы составында, “Агробио” номинацияһында II урын яуланы.  

Был номинацияла үҫемлектәрҙе яҡлау һәм агрономия өлкәһендә белемеңде һынарға була. Беренсе көндө ошо йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылһа, иртәгәһенә конкурс һынауҙары үтә. Башта микроскопирование ярҙамында ҡыяр үрсетмәһенең ауырыуҙарын асыҡлап, улар менән көрәшеү юлдарын табырға кәрәк ине. Икенсе өлөштә орлоҡтар һәм үрсетмәләр менән эшләнеләр - төрлө культура орлоҡтарын танырға, уларҙы ултырытырға, шулай уҡ үрсетмәләрҙе күсеререргә тейеш булдылар. Күнекмәләр шулай уҡ бер нисә теоретик мәсьәләне үҙ эсенә алды.

Богдан быйыл XI класҡа барҙы. Ул хәҙерҙән үк тормошон биология-экология йүнәлеше менән бәйләгән. Дүрт йыл инде Йәш натуралистар станцияһында Гөлкәй Ниғмәтуллина етәкселеге аҫтында шөғөлләнә. Богдан Бөтә Рәсәй фәнни-технологик проекттарҙың «Ҙур саҡырыуҙар» конкурсы еңеүсеһе лә.

Богданды декабрҙә ауыл хужалығы конкурсының суперфиналы көтә. Уға яҡшы һөҙөмтәләр, еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: