Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2021, 11:59

Түшелдеректә – милләт тарихы

Көндәлек хеҙмәт көнө тамамланыу менән улы Саматты үҙе эшләгән 9-сы балалар баҡсаһынан ала ла фатирына ашыға Айгөл Абдуллина. Уны ҡәҙерле ир-егеттәре - тормош иптәше Дим Рим улы, ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында белем алған өлкән улы Сәлих һәм дә бына бер нисә йыл инде күңел йылыһын һалып башҡарған, хәҙер инде уларһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгән яратҡан шөғөлө - ҡул эштәре көтә.

Түшелдеректә – милләт тарихы
Түшелдеректә – милләт тарихы

Айгөл Ғәффәр ҡыҙы, башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеменең иң сағыу детале булған түшелдерек, селтәр, яғаны эшләп ҡарау ниәте осраҡлы ғына килеп сыҡты тиһә лә, һәләтең булмай тороп уйҙарыңды тормошҡа ашырып булмай, теләге, ихтыяр көсө лә үҙ сәғәтен көтөп ятҡандыр. Ә Айгөлгә милли биҙәүестәрҙе эшләп ҡарау теләге ике йыл элек килә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән ҡәҙерлеләре - әсәһе Зәлифә Фазлетдинова, ҡәйнәһе Рәйлә Абдуллинаны түштәренә матур түшелдеректәр таҡҡан башҡа ҡатын-ҡыҙҙар араһында милли биҙәүестәрһеҙ күреүе ошо аҙымға этәрә лә инде.

Милли биҙәүестәр эшләүгә ике йыл элек кенә тотоноуына ҡарамаҫтан, селтәр, түшелдеректәр яһау буйынса оҫталыҡ ҡаҙанған. Күҙҙең яуын алыр милли биҙәүестәр эшләү түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап итә.

- Материалдарҙы “Гүзәл” туҡымалар салонынан, “Алиэкспресс”тан яҙҙырып алам. Биҙәүестәр эшләү өсөн Корея фетрын ҡулланам. Түшелдереккә тәңкәләр теккәндә бер һумлыҡтарҙы файҙаланырға тырышам. Тәүге хеҙмәт емешемде ҡәйнәмә бүләк иттем. Әсәйемдең түшелдерегенә боронғо тәңкәләрҙе ҡушып эшләнем. Яҡындарымды ҡыуандырыу өсөн генә башлаған шөғөлөм оҡшап китте. Ике йыл эсендә заказға 30-лап түшелдерек, яға, һаҡал эшләп бирҙем, - ти оҫтабикә.

Милли биҙәүестәрҙе һуңғы йылдар йәштәр ҙә киң ҡуллана башланы. Улар киң һатыуҙа булмағас, ҡулдан яһап тағырға ҡала. Гүзәллек теләге иһә ҡатын-ҡыҙға ижад итеү мөмкинлектәрен аса. Ҡул эштәре ябай биҙәүес кенә түгел, яратҡан шөғөл һәм килем сығанағына әйләнгән осраҡтар ҙа байтаҡ. Айгөл Абдуллинаға ҙурыраҡ түшелдеректәрҙе эшләүгә бер ай ваҡыт китә, заказ биреүсе ваҡытын ҡуя икән - ауыр, түҙемлелек, ваҡыт талап иткән эште 15 көндә атҡарып сыға. Бәләкәйерәк яғаларын бер көндә эшләй. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, заказ биреүсенең оҫтаның эшенән ҡәнәғәт ҡалыуы тағы ла илһамланыбыраҡ эшләргә көс, дәрт бирә.

- Ҡул эштәремде заказ биреүсенең теләге буйынса эшләргә тырышам. Бынан тыш, Интернет селтәрҙәрендә лә күп ултырырға тура килә. Боронғо һаҡал-түшелдеректәрҙе өйрәнәм, уларҙың ҡайһы ерлеккә ҡағылышын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ла кәрәк бит әле. Килеп сыҡҡан кеүек, - тип һүҙен дауам итә Айгөл.

Әйткәндәй, ҡул оҫтаһы Айгөл Абдуллина эше яҡындарын, заказ биреүселәрен ҡыуандырып ҡына ҡалмай, ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға тырыша. Быйыл Ҡатай йәштәре йыйынында тәүгегә ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Миләүшә Фәхретдинова иҫтәлегенә “Ҡатайбикә” конкурсы үткәрелде. Унда Иҙел башының ғына түгел, Ҡыйғы, Балаҡатай райондары оҫтабикәләре милли ке-йемдәр, биҙәүестәр, милли ашһыу буйынса көс һынашты. Айгөл дә конкурста ҡатнашып, “Зауыҡлы түшелдеректәр” номинацияһында билдәләнде.

Бындай һәләт кемдән килә тигән һорауға, матурлыҡты, зауыҡлыҡты яратҡан йәш ханым, өләсәйемдәндер, ти. Шулайҙыр ҙа, әсәһе Зәлифә апайҙың ҡәҙерле кешеһе балаларына, ейәндәренә лә бит милли кейемдәрҙе үҙе тегеп кейҙергән. Халыҡ йырҙарына ғашиҡ Зәлифә апайҙың моңо аша ла матурлыҡҡа, нәзәкәтлеккә булған һөйөү күскәндер...

Бөгөн республикала Милли кейем парады үтә. Айгөл дә, үҙенең иң матур түшелдереген тағып, ҡояш нурҙарына ялт-йолт иткән биҙәүесле оҫтабикәләр араһында бер бөтөн булып парадта үтер.

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: