17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҙасаҡ Дәүләт Думаһына һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының һәр икенсеһе ҡатнашырға ҡарар иткән – Гуманитар технологиялар үҙәге үткәргән социологик һорау алыу шуны күрһәткән.
Шул уҡ ваҡытта тауыш биреүселәрҙең 21 проценты үҙҙәренең планы менән уртаҡлашмаған, әммә өс көн тауыш биреү уларҙың ҡарарына йоғонто яһаясаҡ тип көтөлә, сөнки был көндәрҙә дәртләндереүсе сауҙа-йәрминкә акциялары буласаҡ, ә ҡайһы бер предприятие етәкселәре тауыш биргәндәргә ҡыҫҡа эш көнө тәҡдим итә. Был иһә тауыш биреүселәр һанын 70 проценттан ашыуыраҡ итер тип көтөлә.
Һайлаусылар тауышы, ғәҙәттәгесә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы файҙаһына булыр, тиҙәр. Гуманитар технологиялар үҙәге социологтарының фаразы буйынса, һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең әле үк яртыһынан күбеһе 2020 йылда пандемияның беренсе тулҡынында йөҙәрләгән кешегә ярҙамға килгән Хәбиров командаһын һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһын яҡлай.
“Хәбиров командаһы”нан кандидаттар республика Башлығы менән осрашыуҙа һайлаусылар файҙаһына миллиард һум менән иҫәпләнгән ярҙам килтерергә тигән йөкләмә алды.
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында Павел Качкаевтың, Эльвира Айытҡолованың, Рафаэль Мәрҙәншиндың, Динар Ғилметдиновтың, Зариф Байғусҡаровтың, Рифат Шәйхетдиновтың һөҙөмтәле эшләүенә өмөт итә.
30 августан 1 сентябргә тиклем телефон аша ВЦИОМ уҙғарған Бөтә Рәсәй репрезентатив һорау алыуҙың һөҙөмтәһе менән танышҡан Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов та ошондай фекерҙә.
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре кандидаты Азат Йәнгиров, граждандарҙың сифатлы үҙгәрештәргә ынтылыуы һайлауҙа ҡатнашыуҙы яҡшыртасаҡ, тип иҫәпләй.
Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең социологик һорау алыуҙары күрһәтеүенсә, сәйәси аренала алда “Берҙәм Рәсәй” бара (50 проценттан ашыу), унан - КПРФ (14 процент), ЛДПР - (7,7 процент). Үҙәк директоры Марат Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, был һандар алдағыларҙан әллә ни айырылмай. Репрезентатив һайлау алыуҙа 1520 респондент ҡатнаша, статистик тайпылыуҙар өс процент тәшкил иткән.
Дәүләт Думаһына бынан алдағы һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының 70 проценты ҡатнашҡан.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".