Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 15:00

Ҡоштар вирус тарата

Вирустың төп таралыу юлы - көньяҡҡа осҡан ҡырағай ҡоштар

Белоретҡа күрше генә торған Учалы районы  ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Әлхәмов халыҡты иҫкәртте - Силәбе ҡалаһы зоопаркындағы аҡҡоштарҙа, Увельский һәм Ҡонашаҡ райондары йорт хужалыҡтарында ҡош киҙеүе (птичий грипп) осраҡтары асыҡланған. Дөрөҫ, әлегә был сирҙең кешегә йоғоу осраҡтары саманан тыш күп түгел, ләкин күсәренән ысҡынған донъяла микроорганизм мутация кисермәй, тип бер кем дә гарантия бирә алмаҫ... Ә икенсенән, киҙеү беҙҙә лә тарала икән, ҡош-ҡортто үлтереп яндырыуҙан башҡа әмәл ҡалмаҫ. 

- Вирустың төп таралыу юлы - көньяҡҡа осҡан ҡырағай ҡоштар,
ти Самат Туҡай улы.

Тимәк, әленән октябрь урталарына тиклем ҡаҙ-өйрәктәрҙе һыу буйына сығармайынса тик аҙбар эстәрендә аҫрар кәрәк. Ихата тирәһендә осҡолаған күгәрсен-турғай менән дә контакттарға юл ҡуймаҫ кәрәк. Аҙыҡты бешекләп ашатыу маҡсатҡа ярашлы. Хәүефле төбәктәрҙән килгән ем алғанда һаҡлыҡ ҡамасауламаҫ. Ҡош-ҡорт ауырыуға саҡ ҡына шик булһа, шундуҡ ветеринарҙар саҡырығыҙ. Әйткәндәй, күрше өлкәнән тикшерелмәгән аҙыҡ-түлек, ем, ҡош-ҡорт ташылмаһын өсөн Ҡорама ауылы янында ЮХХДИ һәм ветеринария хеҙмәткәрҙәренән пост ҡуйылды ла инде.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: