1 ноябргә тиклем башланғыстарҙы раҫлау ваҡыты тураһында Хөкүмәт рәйесенә хәбәр итергә кәрәк.
Сараны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Кәңәшмәлә Дмитрий Чернышенко Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин тарафынан раҫланған округта кураторлыҡтың төп принциптары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һәр төбәк буйынса социаль-иҡтисади үҫешкә ыңғай йоғонто яһаясаҡ биш мөһим проектты йылдам билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ төбәктәрҙең үҫеш стратегияһын милли маҡсаттар, дәүләт программалары һәм төп башланғыстар менән яраштырыу шарт.
Төбәк етәкселәре вице-премьерға кураторлыҡ программаһы нигеҙендә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм федераль үҙәк, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең ярҙамы менән өлкәләрҙе, республикаларҙы йылдам үҫтереүгә өлгәшергә мөмкин, тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә сығыш яһап, федераль округтарға ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫарҙары дәрәжәһендәге кураторҙарҙы беркетеүҙәрен ҙур өмөт бағлап көтөп алыуҙары тураһында белдерҙе.
Радий Хәбиров шулай уҡ республикалағы үҫеш күрһәткестәрен, мөһим проекттарҙы, сәнәғәттәге һәм иҡтисадтағы хәлде, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек мәсьәләһен, “Сибай – Подольск – Һары” тимер юл тармағын төҙөүҙе телгә алды.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Дмитрий Чернышенко Волга буйы федераль округы төбәктәре һанына ҡарап, 14 эш төркөмө төҙөргә ҡушты. Уларға субъект башлыҡтары етәкселек итәсәк. Был төркөмдәр төбәк үҫешенең көн тәртибен тикшереп, 2030 йылға тиклем субъекттың айырым маҡсатлы образын күрһәтергә, мөһим проекттар исемлеген тәҡдим итергә тейеш.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145149.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145149.html