Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 14:27

Инвестһабантуйҙан еңеү яулап

Белореттар "Иң яҡшы һәм бай тирмә" конкурсында I урын, "Күп тѳрлѳ милли ризыҡ һәм аш тѳрѳ", "Иң яҡшы тематик ѳҫтәл презентацияһы", кейеҙ баҫыу, кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр конкурстарында тәүге урындарҙы яулап Дипломдарға лайыҡ булдылар.

Сибайҙа үткән «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Белорет делегацияһы менән Рысыҡай ауылының "Ҡоҙасалар" фольклор тѳркѳмѳ лә барҙы. Тѳркѳмдәге ағинәйҙәр халыҡҡа ҡорот эшләү йолаһын һѳйләп, күрһәтеп бирҙе. Инвестһабантуйға килгән халыҡ бик ҡыҙыҡһынып ҡараны был йоланы. Күптәр киптерелгән, ыҫланған ҡороттарҙы һатып алды. Шулай уҡ һѳт ризыҡтарынан күргәҙмә лә ойошторғандар. Һѳт, ҡаймаҡ, аҡ, һары май, ҡыҙыл эремсек, айран, укроплы, муйыллы, еләкле һары май, барыһы ла ѳҫтәлде йәмләп, тамашасыларҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырып торған. Аш-һыуға ла, йыр-моңға ла оҫта шул үҙебеҙҙең белореттар! Белореттар "Иң яҡшы һәм бай тирмә" конкурсында I  урын,  "Күп тѳрлѳ милли ризыҡ һәм аш тѳрѳ", "Иң яҡшы тематик ѳҫтәл презентацияһы", кейеҙ баҫыу, кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр конкурстарында  Дипломдарға лайыҡ булдылар. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: