Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 14:48

Йылытыу миҙгеле - 16 сентябрҙән

Башҡортостанда сираттағы йылытыу миҙгелен 16 сентябрҙә асыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Йылытыу миҙгеле - 16 сентябрҙән
Йылытыу миҙгеле - 16 сентябрҙән

Башгидромет фаразын иҫәпкә алып, ошондай ҡарар ҡабул ителде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре буйынса, һауа температураһы биш тәүлек рәттән һигеҙ градустан түбән булһа, муниципалитет башлығы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, 20-22 сентябргә Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһы, синоптиктар мәғлүмәте буйынса, биш көн дауамында һигеҙ градустан юғары күтәрелмәй.

Шуға күрә 16 сентябрҙән этаплап социаль объекттарға һәм күп фатирлы йорттарға йылы биреү башлана, тине Марзаев.

«Хәҙер муниципалитеттарҙың төп бурысы — йылы биреү. Шуға әҙерләнегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, йылытыу миҙгеле алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә Ҡышҡы осор буйынса махсус штаб ойошторорға ҡушты.

 

Фото: pridnestrovie-news.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: