Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 15:27

1,2 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка яһатҡан

Башҡортостанда 1 218 909 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын яһатҡан. 

1,2 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка яһатҡан
1,2 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка яһатҡан

Тулыһынса вакцинацияны 1 093 668 кеше үткән. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Спикер һүҙҙәренсә, Башҡортостанға илебеҙҙә етештерелгән 1 656 508 доза вакцина килтерелгән.

Дөйөм алғанда, республикала ике миллиондан ашыу кеше вакцинация үтергә тейеш.

Коронавирустан прививканы, регистратура йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша алдан яҙылып, 203 вакцинация пунктында эшләтергә мөмкин. Бынан тыш, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа алты маршрут буйынса эшләгән сәләмәтлек поездарында прививка яһатырға була.

13 сентябргә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 60 994-кә еткән. Тәүлек эсендә 310 яңы осраҡ теркәлгән. Бөтәһе 53 526 кеше һауыҡҡан, 36 -һы – уҙған тәүлектә. Башҡортостанда 4 545 койка әҙерләнгән. Буш койка фонды 10% тәшкил итә.

Фото: progorodsamara.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: