Улар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һәм Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты.
Радий Хәбиров уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика бизнесҡа административ баҫым кәмерәк булған төбәктәр исемлегендә 11-се урындан 9-ға күтәрелеүен иҫкә төшөрөп үтте.
«Беҙ Башҡортостанда намыҫлы бизнесҡа уңайлы булһын өсөн бик күп эшләйбеҙ. Эшҡыуарлыҡ ойошмалары менән тығыҙ эш итәбеҙ. Инвестиция, эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен һәм эшлекле берләшмәләр менән осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Республикала власть асыҡ, бизнеста был һиҙелә, – тине республика етәксеһе. – Былтыр коронавирус пандемияһы арҡаһында бизнесҡа еңел булманы. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн саралар пакетын ҡабул иттек. Федераль кимәлдәге планлы тикшереүҙәргә мораторий ҙа һиҙелерлек роль уйнаны. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2022 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты тикшереүҙе тыйыуы тураһында ҡарарын хуплайбыҙ. Беҙ артабан да эшҡыуарҙарға уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙы дауам итербеҙ».
Борис Титов Радий Хәбировты юғары дәүләт наградаһы – Александр Невский ордены менән ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин республика етәксеһенең Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшөн иҫәпкә алғандыр.
«Башҡортостан – эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе дәртләндереү зонаһы. Ҡатмарлы пандемия шарттарында булғанды һаҡлап ҡалыу, хатта уны арттырыу өсөн байтаҡ көс һалыныуын күрәбеҙ, – тине Борис Титов. – Бында эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән күпме программаларҙы тормошҡа ашырыуҙарын беләбеҙ».