+11 °С
Болотло
Һуңғы тәүлектә 64 балала ошо мәкерле сир асыҡланған. Дөйөм алғанда, республикала 1,8 мең балала COVID-19 тигән шик бар, тип хәбәр итте РБК-Уфа.
Бынан алда Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡыу йылы башланыу менән республикала уҡыусылар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының артыуын хәбәр иткәйне. Уларҙың күпселеге – 15 йәштән өлкән.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 61 930 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Һуңғы тәүлектә 314-ендә әлеге сир табылған. 15 пациенттың ғүмере өҙөлгән.