Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 12:21

2022 йылға ял һәм байрам көндәре календары раҫланды

Рәсәй Хөкүмәте 2022 йылға ял һәм байрам көндәре календарын раҫланы. 

2022 йылға ял һәм байрам көндәре календары раҫланды
2022 йылға ял һәм байрам көндәре календары раҫланды

Был хаҡта 17 сентябрҙә Телеграмда Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Яңы йыл байрамдары Рәсәйҙә 10 көн — 2021 йылдың 31 декабренән 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә. Байрам көндәренә тап килгән 1 һәм 2 ғинуарҙағы ял (шәмбе, йәкшәмбе) 3 һәм 10 майға күсерелә.

Киләһе йылда 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө шаршамбыға тура килә. Шуға күрә ошо көн генә ял була.

Бынан тыш, 5 март  — шәмбеләге ял көнө — дүшәмбе, 7-һенә күсерелә.

Шулай итеп, мартта рәсәйҙәр 6-һынан 8-енә хәтлем ял итә.

Май байрамдары, ғәҙәттәгесә, ике өлөштән тора: Хеҙмәт байрамы уңайынан 30 апрелдән (шәмбе) 3 майғаса (шишәмбе) һәм Еңеү көнө хөрмәтенә 7 майҙан (шәмбе) 10 майға (шишәмбе) хәтлем.

Рәсәй көнө — 2022 йылда 12 июнь йәкшәмбегә тап килә. Шуға  рәсәйҙәр 11 июндән (шәмбе) 13 июнгә (дүшәмбе) тиклем ял итә.

Ноябрь байрамдары 4 ноябрҙән (йома) 6 ноябргәсә (йәкшәмбе) дауам итә.

Фото: novosti-saratova.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: