Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 12:38

"Һайлау тыныс шарттарҙа үтә"

Йѳйәк ауылында 1321-се һайлау участкаһы Салауат Юлаев урамындағы ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан.

"Һайлау тыныс шарттарҙа үтә"
"Һайлау тыныс шарттарҙа үтә"

Участка һайлау комиссияһына Ришат Тимерйән улы Ғәләүетдинов рәйеслек итә. Быйыл, билдәле сәбәптәр арҡаһында, бында ла хәүефһеҙлек саралары ҡаралған, участкаға тәүге килгән кешегә һәм беренсе тапҡыр һайлаған йәштәргә дәртләндереү бүләктәре әҙерләнгән.

Күҙәтеүсе эшен алып барған Ғәзимә Мырҙагилдина һайлауҙың ѳс кѳн дауамында барыуын һәр кем аңлап ҡабул итеренә шикләнмәй.

- Был иң элек уларҙың мәнфәғәтендә эшләнә, сѳнки инфекция йоҡтороу хәүефе әле лә юғары. Был йәһәттән тейешле саралар күрелгән: бѳтәһе лә маска кейә, дистанцияны күҙәтә. Бѳгѳн тауыш бирергә теләк белдергәндәр араһында ауылдың әүҙем кешеләре - Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин менән Салауат Шәрифулла улы Зәйнәғәбдинов. Ҡалған ике кѳн дауамында йѳйәктәр (кемдер участкаға килеп, кемдеңдер ѳйѳнә барып) гражданлыҡ бурысын үтәр тип ышанам, - тине Ғәзимә Сәхиулла ҡыҙы.

Автор:Резида Гадельшина
Читайте нас: