Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 16:36

"Беренсегә гражданлыҡ бурысымды үтәнем!"

26 йәшемә етеп беренсегә гражданлыҡ бурысымды үтәнем!

"Беренсегә гражданлыҡ бурысымды үтәнем!"
"Беренсегә гражданлыҡ бурысымды үтәнем!"

"Эйе, нисек кенә сәйер булмаһа ла, был ваҡытҡа тиклем бер тапҡыр ҙа һайлауға барғаным юҡ. Элек сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмай инем, хәҙер инде үҙемдең ғаиләм бар. Әсәй булғас, тирә-яҡта нимә булғанына иғтибар итә башланым. Был йәшемә ҡәҙәр аңламаған күп нәмәгә төшөнә башланым. Элек, беҙҙең тауышһыҙ ҙа "өҫтә" хәл ителгән, минең генә тауышым бер нәмә лә булдыра алмай тип уйлай торғайным. Хәҙер инде минең кеүек фекер йөрөткән кешеләргә әйткем килә: “Беҙ үҙ еребеҙҙә, илебеҙҙә йәшәйбеҙ, һәр кемебеҙҙең тауышы мөһим. Һайлауға мотлаҡ барырға кәрәк. Был - беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Илебеҙҙең тыныс булыуы, балаларыбыҙҙың киләсәге беҙҙең ҡулда булыуына ышанам", -  гражданлыҡ бурысын үтәгән Ғәлимә Вәлиуллина.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: