16 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Vector NEXT һәм «НЕФАЗ» моделдәренең үҙенсәлектәре менән танышты.
Элекке моделдәр кеүек үк, яңы автобустар пассажирҙарға мәғлүмәт еткереүҙең электрон системаһы (автоинформатор һәм табло), ГЛОНАСС системаһы, тахограф һәм аппарель менән йыһазландырылған, уларҙа инвалид коляскаһы өсөн махсус урын ҡаралған.
Һатып алынған моделдәрҙең төп айырмаһы – видеокүҙәтеү системаһы.
Иҫәпкә ҡуйғандан һуң 100 – «НЕФАЗ» һәм 120 Vector NEXT автобустары Өфө юлдарына сыға. Был республиканың баш ҡалаһында йәмәғәт транспортына хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Был — беҙҙең «Башавтотранс» өсөн пассажир автобустарының сираттағы партияһы. Беҙ бик ныҡыш, арыу-талыуҙы белмәйбеҙ. Бөтә ошо автобустарҙы Өфө маршруттарына сығарабыҙ, тағы ла һатып алырбыҙ. Мин ошо йылдарҙағы уңайһыҙлыҡтар өсөн халыҡтан ғәфү үтенәм. Асылда, беҙ автобус маршрут хәрәкәтен ойоштороуҙың енәйәтсел системаһын емерҙек. Ауырға тура килде, ләкин ҡабатлап әйтәм, барыһы ла яҡшы булыр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.