Бында иртәнге ун беренсе яртыға тиклем һайлаусыларҙың 5 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәгән. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан ике күҙәтеүсе эшләй. Участка рәйесе Ирек Иҫәнғужин һайлауҙың беренсе көнөнән үк халыҡтың әүҙем булыуын, ололарҙың да , йәштәрҙең дә берҙәм килеүен билдәләй.
Участкаға ҡараған граждандар араһында иң оло кешеләрҙең береһе - 85 йәшлек Владимир Головалов та көндөң беренсе яртыһында үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән:
- Мин Белорет металлургия комбинатында техник бүлек инженеры булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Утыҙ йыл эсендә мастер ҙа, токарь ҙа булдым. Эшемде яратып, намыҫ менән башҡарҙым. Үҙ ғүмеремдә бер генә һайлауҙы ла ҡалдырғаным булманы. Әүәле был көндө байрамға әҙерләнгән кеүек көтөп ала инек. Беҙҙе йыр-моң менән сәләмләп ҡаршы ала торғайнылар. Тәмле итеп сәй эсеп, концерт ҡарап ҡайта торғайныҡ. Киләсәктә алдағы һайлауҙарға ла мотлаҡ барасаҡмын. Башҡаларҙы ла илебеҙ киләсәге өсөн әһәмиәтле ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам, - тине Владимир Иванович.