Һәр һайлаусыға бирсәткә, маска һәм ручка тапшырыла, дезинфекциялау саралары бар, һайлау барышын күҙәтеүселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Һайлауға тәүгеләрҙән булып килгән Флүзә Әсҡәт ҡыҙы менән Юлай Хабрахман улы Ғәйнетдиновтар һайлауҙы бер ваҡытта ла ҡалдырғандары юҡ икән.
Матур киләсәк, донъялар имен булһын өсөн тауыш бирҙек, - ти улар бер һүҙҙән. - Йәштәргә лә, өлкәндәргә лә тейешле иғтибар, ярҙам булыуын теләйбеҙ.
Иң иҫтә ҡалған һайлауҙарығыҙ бармы, тигән һорау биргәс, бигерәк йәнләнеп, күҙҙәре осҡонланып китте әңгәмәселәремдең.
Белоретта йәшәһәк тә тәүге һайлауҙарыбыҙ Толпар ауылында башланды. Элгәре һайлауҙар ҙур бер байрамға әүерелер ине. Алдан уҡ матур кейемдәрҙе әҙерләйҙәр, бешеренәләр. Хатта аттар менән, ҡышын кашауай саналарҙа килә торғайнылар. Атай-әсәйҙәре менән матур итеп кейенешкән балалар ҙа тулып китер ине. Һайлап сыҡҡандан һуң бер-береһен ҡотлап, матур теләктәр теләп, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр, тауға сығалар. Ҡалалағы һайлауҙарҙа ла төрлө саралар, йәрминкәләр ойоштороп торалар, әммә барыбер элекке һайлауҙар һағындыра. Үҙе бер яҡты иҫтәлек булып ҡалған. Хәҙер инде күптәнән үҙебеҙ иман юлында. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ имен-аман, бәхетле-тәүфиҡлы булһындар. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, - тип йылмайып һаубуллашты әңгәмәселәрем.