Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2021, 19:40

Ағинәйҙәр донъя күрке

Ауыл халҡы, бигерәк тә оло быуын кешеләре һайлауға яуаплы ҡарай. Оло йәштәге әбей-бабайҙарҙың хәтер янсығында ла һайлауҙарға ҡағылышлы бик күп ҡыҙыҡлы хәтирәләр һаҡланған.

Элек-электән ауылдарҙа һайлау бик күңелле, дәртле үтә. Рысыҡай ауылында һайлау бик күтәренке күңел менән бара. 1341-се һайлау  участкаһының комиссия рәйесе Люциә Шайморатова әйтеүенсә, һайлау тыныс шарттарҙа үтә. Һайлауға  ауылдың ағинәйҙәре йәм һәм байрам кәйефе өҫтәгән.

- Беҙ ҙә һайлауға бергәләшеп, үҙебеҙҙең милли кейемдәрҙә, күтәренке кәйеф менән килдек. - Һайлап торабыҙ, төрлө матур теләктәр әйтеп торабыҙ. Бигерәк тә, барыбыҙҙың да киләсәге матур булһын тип, илгә именлек теләнек. Беҙҙең ағинәйҙәр йәштәргә өлгө күрһәтеп лайыҡлы кандидатҡа, сәйәси партияға тауыш бирҙек тип ышанабыҙ. Уларҙың эшенән күп нәмә тороуын беҙ ҙә бик яҡшы аңлайбыҙ,
ти ағинәйҙәр етәксеһе Хәлимә Әфләтунова.

Эйе, элек һайлауҙарҙы халыҡ көтөп ала торғайны. Һайлау мәле үҙе бер күңелле байрамға әүерелер ине. Һайлауҙа дефицит әйберҙәр һатып алып, эй, ҡыуаныр ине ололар.  Магазиндарға  әллә ниндәй һатыуҙа булмаған тауарҙар килтереп тултырыр инеләр. Шулай уҡ әфлисун, мандарин, алма һәм башҡа төрлө танһыҡ тәмле-татлынан ауыҙ итеп ҡалына ине. Оло ағайҙар гармун тартып ебәрһә, йыр, бейеү башлана, үткер теллеләре таҡмаҡҡа күсә. Бик шәп булған икән, тип уйлап ҡуяһың. Хәҙер һайлауҙар тыныс үтә. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: