Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 10:49

Эш бик күп!

- Һайлауға беҙ ҙур ышаныс менән киләбеҙ һәм был барыбыҙ өсөн бик мөһим сәйәси сара. Сөнки һәр беребеҙҙең ғаиләһе, яратҡан республикаһы, ҡала-районы, тыуған ауылы бар. Һәр беребеҙ матур тормош, илдәге тыныслыҡ өсөн тауыш бирә.

Белорет районы  хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286-сы һайлау участкаһында бөгөн, 19 сентябрь, сәғәт иртәнге 10-да үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне.

- Һайлауға беҙ ҙур ышаныс менән киләбеҙ һәм был барыбыҙ өсөн бик мөһим сәйәси сара. Сөнки һәр беребеҙҙең ғаиләһе, яратҡан республикаһы, ҡала-районы, тыуған ауылы бар. Һәр беребеҙ матур тормош, илдәге тыныслыҡ өсөн тауыш бирә. Бөтә ил буйынса Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутаттар һайлайбыҙ. - -Белорет округы буйынса 11 кандидаттың тик береһе өсөн генә тауыш бирәбеҙ. Шулай уҡ ҡала Советына 20 депутат һайлайбыҙ. Биш ауыл Советына депутаттар өсөн тауыш бирәбеҙ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең һәр беребеҙҙән оло яуаплылыҡ талап итә. Мин шәхсән кешеләр менән диалог ҡорорҙай, ил, район-ҡала өсөн матур эштәр башҡарырҙай кандидаттар өсөн тауыш бирҙем. Беҙҙең алда район-ҡалала бик күп эштәр башҡараһы бар. Ә эш бик күп!
тине Андрей Иванович.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: