+27 °С
Ямғыр
Белорет районының Хөсәйен ауылы халҡы бик әүҙем, тырыш. Был әллә ни ҙур булмаған ауыл матур урында урынлашҡан. Ошо ике йыл эсендә хөсәйендәр үҙ көстәре менән мәсет төҙөнөләр. Ә мәсетте асыу тантанаһы бик ҙур сараға әйләнде. Һайлауҙа ла Хөсәйен ауылы халҡы берҙәмлеген күрһәтте. Быға тиклем үткәрелгән һайлауҙарҙа ауыл кешеләрен Үткәлгә автобус менән йөрөтөп һайлата торғайнылар. Был юлы ауыл халҡы иркенләп, үҙҙәрендә, былтыр ғына ремонт үткәрелгән клубта һайланы. Быға бигерәк тә ололар шатланды. Бер-береһе менән күңелдәре булғансы һөйләшеп, сәйәси ваҡиғалар тураһында әңгәмәләшеп, элеккеләрҙе иҫкә алып һайлауҙан ҡәнәғәт таралды.