1305-се һайлау участкаһы ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан клуб бинаһында эш алып бара. Һайлау участкаһы рәйесе Хәтижә Ғайсина һайлау кампанияһында күп йылдар ҡатнаша.
Һайлауға был юлы райондың күп ауылдарында ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәрҙә килде. Был бик матур күренеш. Райондың һәр ауылында тиерлек «Ағинәй»ҙәр йәмәғәт ойошмалары әүҙем эшләй. Абҙаҡ ағинәйҙәре лә бик көслө һәм дәртлеләр. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә матур саралар алып баралар. Мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб менән бергәләп төрлө файҙалы, мауыҡтырғыс саралар ойошторалар. Ауылдағы бер генә кисә, байрам саралары ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй. Һайлау барышында ла Абҙаҡ ағинәйҙәре сараның уртаһында булды. Һайлауға халыҡты күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләне ағинәйҙәр.