Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 16:30

2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн 2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк. 

2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк
2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк

Был турала республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

«Республикала коронавирус инфекцияһының артабан таралыуын туҡтатыу өсөн 2,48 миллион кешегә прививка яһарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Ил, республика – үҫешергә, халыҡ вирустан һаҡланырға тейеш».

20 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, республикала 1 251 730 кеше – коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын, 1 138 538 кеше икенсе компонентын ҡаҙатҡан.

Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республиканың көньяғында һәм көнбайышында, шулай уҡ Урал аръяғында ҡайһы бер муниципалитеттар коронавирусҡа ҡаршы уртаса вакцинация темптарынан ҡалыша.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: