Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 09:28

Дүртенсе тулҡыны килә

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак коронавирус пандемияһының дүртенсе тулҡыны көтөлөүе хаҡында белдерҙе.

Дүртенсе тулҡыны килә
Дүртенсе тулҡыны килә

“Хәл ҡатмарлы: ковид инфекцияһы менән ауырыусылар һаны арта. Эйе, әле дүртенсе тулҡын яҡынлашыуы тураһында күп һөйләйҙәр, ул беҙҙә лә көтөлә. Беҙ уны кешеләрҙең отпускыларҙан һуң эш урындарына, балаларҙың коллективтарға ҡайтыуы менән бәйләйбеҙ. Әле күберәк 14 йәшкә тиклемге балалар һәм 65 йәштән өлкәндәр сирләй”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Казак.

 

Фото: mstrok.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: