-4 °С
Ҡар
- Өс ҡатлы төкөтмә төҙөлөшө һәм реконструкциялау буйынса проект документтары әҙерләй башланыҡ. Проект өсөн район ҡаҙнаһынан 16 млн. һум бүленде. Бер нисә йылға һуҙылған күләмле ремонт планлаштырылған.
Тикшереү эштәре үткәрелде, нигеҙҙән, колонналарҙан пробалар алынды. Проектлаусылар төрлө варианттар әҙерләне. Уларҙың был эштә тәжриәбәләре байтаҡ. Улар Сибай филармонияһын проектлау буйынса шөғөлләнгән ойошма. Йыл аҙағына тиклем дәүләт экспертиза һөҙөмтәһен көтәбеҙ һәм республика адреслы программаһына ебәрәсәкбеҙ, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.