Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2021, 12:23

Аҙналылар акциянан ситтә ҡалманы

Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үткәрелә.

Аҙналылар акциянан ситтә ҡалманы
Аҙналылар акциянан ситтә ҡалманы

Ҡала, район халҡы, коммуналь хеҙмәттәр тораҡ пункттарҙы, шишмә, йылға һәм күл буйҙарын таҙартырға сыҡты. Тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмәләр менән берлектә ҡала һәм райондың социаль объекттарында, мәҙәни усаҡтарында ағас ултыртыу акциялары ла үтте. Шулай уҡ алдағы акцияларҙа ултыртылып та үҫеп китә алмаған ағастар алмаштырылды.

Аҙналы ауылы халҡы ла саранан ситтә ҡалманы. Әйткәндәй, ауылға ингән ерҙә йәш үҫентеләр ултыртыу буйынса эштәр 2020 йылда башланғайны.

Быйыл, акция сиктәрендә, парк тағы ла 200 үҫентегә тулыланды. Йәш үҫентеләр тамыр йәйеп, үҫеп киткән осраҡта, юлды һепертмә ҡар-бурандарҙан да һаҡлаясаҡ. Ауыл активы менән берлектә өмәлә ололар ҙа ҡатнашты. Ханнан Харисов, Хатап Йәғәфәров, Заһир Абдрахимов, Хәлил Суфиянов эшкә йәштәрсә, ең һыҙғанып тотондо. Балалар Ирхан һәм Илхан Муллағәләмовтар ҙа акцияға үҙ өлөшөн индерҙе. Ә Венера Муллағәләмова, Рамзилә Мостафина, Зөһрә Зәйнуллина кәртәләрҙе буяп та ҡуйҙылар.
Сынтимер ЛОҠМАНОВ.

Аҙналы ауылы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: