Шулай итеп, 11 күсмә пункттың өсәүһе генә эшләй: «Торатау» конгресс-холында (9:00-19:00), «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә (13:00-19:00) һәм «Мир» сауҙа үҙәгендә(13:00-19:00).
Әйткәндәй, 11 күсмә пункт эшләгән осорҙа унда 61 530 кеше — вакцинаның беренсе, 52 109 кеше икенсе компонентын алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күсмә пункттарҙа вакцинация «йәнле сират» тәртибендә ойошторола. Коронавирустан прививкаға поликлиникаларҙа яҙылырға мөмкин:
— Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
— Колл-үҙәк телефоны аша – 122;
— поликлиника регистратураһына шәхсән килеп йәки телефон аша.
Вакцинацияға һәм коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса ҡыҙыу элемтә телефондары:
— Башҡортостан Республикаһының Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге — 8(347) 218-19-19;
— коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса — 8 (347) 286-58-27; 8 (347) 279-91-20 (тәүлек әйләнәһенә); 122 (шылтыратыу бушлай).