Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2021, 14:40

Ығышма күленең һыуы киткән

Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы Ығышма күленең һыуы киткән.

Ығышма күленең һыуы киткән
Ығышма күленең һыуы киткән

Сәбәбе – быйылғы йәйҙең ҡоро килеүендәлер, моғайын. Бындай күренеш йөҙ йыл эсендә өсөнсө тапҡыр теркәлә. Әйткәндәй, Ығышма менән ошондай уҡ хәл 1921 һәм 1975 йылда ла булған, ти Бөрйән районы халҡы.

Республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы тәбиғәт күренеше хаҡында хәбәр итте.

Ығышма – Йылҡысыҡҡан, Олокүл һәм Заросшее күлдәре менән бергә карст ҡатламы убылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән һыу ятҡылыҡтары. Улар ғәйәт ҙур карст соҡоронан ғибәрәт. Күлдәр Шүлгән йылғаһы бассейнының урта өлөшөндә урынлашҡан.

Автор һүҙҙәренсә, Шүлгән – Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы – Шүлгән тауы итәгенән баш ала. 7,5 саҡрым юл үткәс, Сумған мәмерйәһенә, ер аҫтына төшөп китә һәм өс саҡрымдан һуң Шүлгәнташ мәмерйәһенең төпкө залдарының береһендә күренеп, ҡабат юғала ла мәмерйәгә ингән урында ҡеүәтле шишмә кеүек урғылып сығып, Зәңгәр күлде хасил итә.

«Беҙҙең номинацион досье буйынса эшләгән, Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм уның эргә-тирәһен тикшергән ғалимдар әйтеүенсә, Шүлгән бассейнында карст соҡорҙары, ер аҫтындағы мәмерйәләр һәм йырындар бихисап. Әммә бығаса ер аҫты бушлыҡтарынан күлдәргә зыян килмәне. Ығышманың һыуы китеүенә быйылғы иҫ китмәле ҡоролоҡ сәбәпсе. Өс ай ямғыр яумауы, ер аҫты һыуҙары ҡороуы Ығышма соҡороноң убылыуына сәбәпсе булғандыр, күрәһең», – тине ғилми-етештереү үҙәге директоры.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: